Тетрадь памяти Ишмурзина Самигуллы Ахмадулловича
Ишмурзин Сәмиғулла Әхмәдулла улы Юлыҡ ауылының Бөйөк Ватан һугышынан иҫән ҡайтыусыларының ҡайһы берҙәре тураһында 1994-1995 йылдарҙа иҫтәлектәр яҙып ҡалдырҙы. Юлыҡта йәшәүсе күпселек һугыш ветрандарын «хәтер дәфтәренә» теркәгән. Сәмиғулла Әхмәдулла улы Юлыҡ мәктәбендә балаларға белем, тәрбиә биреүгә 40 йыл ғумерен бирә. Шуның 5 йылын завуч, 20 йылын директор булып эшләй. Һуғыш ветераны Ишмурзиндың хәтер дафтәрендә түбәндәге яҙыуҙар бар: «Мин был альбом биттәрен балалары, балаларының балалары өсөн яҙам. Киләсәктә ейәндаре, ейәнсәрҙәре «Минең олатайым, бабайым кем булған?» тип һораһалар ошо альбомды уҡып белерҙәр» "Помните! Через века, через года, — помните! Роберт Рождественский. |
|
|