WDAY$, 24.11.2024, 17:03
                                                                          Историко-краеведческий сайт
          Село Юлуково Гафурийского района  РБ
Приветствую Вас Гость | RSS
Меню сайта

Друзья сайта
Этно-краеведческий сайт "Зилим"
Ургаза.ру
Ковардинский сельсовет
"Йәшлек" газетаһы
Газета "Табын
Газета "Звезда"




Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

 

Родословная (шежере) с. Юлуково.

Шәжәрәм – ауылым тарихының бер өлөшө

            Һәр бер нәҫелдең үҙенсәлекле үткәне, тарихы бар. Башҡорттар элек-электән үҙ ырыуының тарихын яҙып ҡалдыра барған. Уны ағас рәүешендә сағылдырған һәм шәжәрә (ғәрәп теленән «ағас») тип атаған. Боронғо замандарҙан уҡ үҙ нәҫелеңдең ете быуынын белеү изге эш һаналған. Шәжәрәгә ырыуҙың ир-егеттәренең генә исеме индерелгән һәм уларҙы иçтә тотоу талап ителгән. Нәçел-ырыу шәжәрәһендә мәғлүмәттәр ныҡлы һаҡланып, быуындан-быуынға аманат рәүешендә ҡалдырылған.

            Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Юлыҡ ауылында боронғо нәҫел-араларҙың яҙма шәжәрәләре һаҡланмаған. Совет власы осоронда ата-бабаларыбыҙҙың исемдәрен телдән-телгә, быуындан-быуынға һөйләп тапшырыу онотолған, ҡағыҙға теркәлгәндәре йә юғалған, йә юҡҡа сығарылған. Өлкәндәр һөйләүенсә, утыҙынсы йылдарҙа ауылдарҙа ғәрәп яҙыулы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар йөҙәр-меңәрләп йыйып алынған һәм яндырылған. Ауылдың шул осорҙағы дин әһелдәре Шәриф Ҡасимов ҡулъяҙмаларҙы урамында йәшереп ергә күмгән тиһәләр, икенселәрҙең Һәҙиәтулла Рәшитов тарихи документтарҙы нимә эшләтергә белмәйенса зыяратҡа алып барып күмгән йәки яндырған тигән хәбәре быуындан-быуынға күсә килә. Ғәлимйән Дәүләтбаев Зөлфәр ағаһының яҙмалары нигеҙендә Дәүләтбаевтарҙың шәжәрәһен төҙөгәйне. Шулай уҡ Сәмиғулла Әхмәҙулла улы Ишмырҙин архив документтарына таянып бер нисә нәҫел шәжәрәһенең ҡараламаларын эшләп ҡалдырған. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында Рәйес Ғәлинур улы Абдрахманов Башҡортостандың Милли архивынан 1816, 1834, 1850, 1859 йылдарҙағы халыҡ иҫәбен алыу – «ревизские сказки» материалдарын алып ҡайтҡас, ауылдаштар араһында нәҫел-нәсәп, ғаилә шәжәрәләренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу артты. Ревизия яҙмалары – ХVIII–ХIХ быуаттың беренсе яртыһында Рәсәй империяһында һалым билдәләү маҡсатында халыҡ иҫәбен алыу буйынса мәғлүмәтте күрһәткән документ ул. Унда ғаилә башлығының һәм ғаилә ағзаларының исеме, атаһының исеме, фамилияһы, йәше күрһәтелә. Ошо мәғлүмәттәргә таянып, оло быуын кешеләренән һорашҡылап Юлыҡ мәктәбе уҡытыусылары Минзилә Мәмәтҡолова, Рәхимйән Юлыҡов һәм һәүәҫкәр тарихсы Һаҙый Юлмөхәмәтов күп кенә нәҫелдәрҙең шәжәрәһен төҙөнө. Һуңыраҡ 1920 йылғы халыҡ һәм ауыл хужалығы иҫәбен алыу, 1926 йылдарҙа халыҡ иҫәбен алыу материалдары файҙаланылды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, архивта Юлыҡтан өс йорт хужаһының ғына 1917 йылғы ауыл хужалығы иҫәбен алыу документтары һаҡланған.

Милли архивта ауыл мәсеттәрендә тултырылған метрика кенәгәләре, 1835 йылдан 1920 йылға тиклемге йылдарҙа айырым кешеләр хаҡында документаль рәүештә даими теркәлә барған яҙмалар һаҡланған. Ошо метрика ҡағыҙҙарына таянып, иң һуңғы ревизиянан һуң тыуған кешеләрҙең исем-шәрифен, тыуған һәм үлгән йылдарын билдәләп була. Ауылдашыбыҙ Азамат Рәшит улы Урманшин тарихи мәғлүмәтте эҙләп табып, ғәрәп графикаһындағы яҙмаларҙы башҡортсаға әйләндерҙе. Шулай уҡ 1816, 1834, 1850, 1859 йылдарҙағы ревизия яҙмаларын, 1940–1942, 1952–1954, 1961–1963 йылдарҙағы хужалыҡ кенәгәләрен системаға һалды. Шәжәрәһе, ауылдар тарихы менән ҡыҙыҡһынған һәр кем архив материалдары менән файҙалана алһын өсөн ауылдың сайтына ҡуйылғас, Юлыҡтың нәҫел шәжәрәләрен аныҡлабыраҡ төҙөргә мөмкинлек тыуҙы.

            Хәҙерге ваҡытта һәр халыҡ үҙенең милли-мәҙәни традицияларын тергеҙә. Бөгөнгө көндә ғөрөф-ғәҙәттәр, ғаилә традициялары менән ҡыҙыҡһыныу, быуындар бәйләнеше, исем-фамилиялар менән ҡыҙыҡһыныу киң ҡолас алды. Нәҫел тамырҙарын барлау милләт, хөкүмәт кимәлендәге эшкә әйләнде. Ауыл, ғаилә байрамдары, шәжәрә конкурстары уҙғарылып тора. 2014 йылда үткәрелгән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» сараһы шәжәрәләр төҙөүгә, быуындар бәйләнешен нығытыуға этәргес булып торҙо. 2020 йыл Юлыҡ мәҙәниәт йортонда «Юлыҡ» ТОС-ының «Үҙ тамырҙарыңды бел» проекты сиктәрендә нәҫелдәр шәжәрәһен төҙөү буйынса «Шәжәрә» конкурсы үткәрелде. Ватманға эшләнгән шәжәрә һүрәттәр, схемалар, баннерҙар һәм презентациялар рәүешендә 23 нәҫелдең шәжәрәһе тәҡдим ителде. Нәҫелдәрен барлаусы ауылдаштарыбыҙ маҡтауға лайыҡ, бик ҙур изге эш башҡарҙы улар. Ғаиләлә шәжәрә ир кеше яғынан төҙөлгәне борондан билдәле. Һәр нәҫелдең шәжәрәһе ике яҡлы, йәғни атай яғынан да, инәй яғынан булырға тейеш тип иҫәпләйбеҙ. Шуға күрә шәжәрәләргә ҡатын-ҡыҙар йәғни инәй яғынан да туғандар индерелде.

            Нәҫел ағасын белеү – һәр беребеҙҙең изге бурысы. Шәжәрәне белеү – тыуған илгә, дингә, милләткә һөйөү, тарихи тамырҙарыбыҙҙы иҫкә алыу, ололау, ауылдаштарға, туғандарға хөрмәт һәм ихтирам күрһәтеп йәшәргә кәрәклеген иҫкә төшөрөү ул.

 

                                                                                              Юлыҡ ауылының нәҫел-аралары

Юлыҡовтар

Шафиҡовтар1

Шафиҡовтар2

Сәфәрғоловтар

Зәйнетдиновтар

Масковтар

Әлибаевтар

Кинйәғоловтар

Хисмәтовтар

Юлыҡовтар

Мәмәтҡоловтар

Мөхитдиновтар

Ҡәндиловтар

 

Ҡасимовтар

Әбделмәновтар

Урманшиндар

Аҙнағоловтар

Кәримовтар

Аҙнағоловтар

Сәлиховтар

Шаһиевтар

Вәлиевтар

Ҡоҙайғоловтар

Зәйнуллиндар

Яҡшыбаевтар

Ҡадирғоловтар

Моратовтар

Насыровтар

Хәлиловтар

Рәшитовтар

Сәлимовтар

Саттаровтар

Кәримовтар

Дәүләтбаевтар1

Дәүләтбаевтар2

Юлбарисовтар

Фәйзуллиндар

Кейекбаевтар

Бикҡужиндар

Солтанморатовтар

Исергаковтар

Ҡужиндар

Юлмөхәмәтовтар

Иҙрисовтар

Ишмөхәмәтовтар

Хәсәновтар

Һибәтуллиндар

Йосоповтар

 

Кәримовтар2

Яҡуповтар

Иҫәнгилдиндар

Абдрахмановтар

Кинйәбулатовтар

Ҡадировтар

Ильясовтар

Урманшиндар

 

           

Форма входа

Корзина


Copyright MyCorp © 2024Сделать бесплатный сайт с uCoz