WDAY$, 29.03.2024, 01:41
                                                                          Историко-краеведческий сайт
          Село Юлуково Гафурийского района  РБ
Приветствую Вас Гость | RSS
Меню сайта

Друзья сайта
Этно-краеведческий сайт "Зилим"
Ургаза.ру
Ковардинский сельсовет
"Йәшлек" газетаһы
Газета "Табын
Газета "Звезда"




Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

       Юлыҡ ауылының ҡыҫҡаса тарихы (краткая история села Юлуково).

Старинные карты

Архивные материалы

 Юлыҡ ауылы тураһында беренсе рәсми мәғлүмәт Ә. 3. Әсфәндиәровтың «Башҡортостан ауылдарының тарихы» китабында бирелә. Был китапта тәүге төпләнеүсе Юлыҡ тураһында документаль материалдар табылмауы, 1795 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Юлыҡ ауылында 60 өй булыуы, 334 кеше йәшәүе, халыҡтың ҡортсолоҡ, малсылыҡ менән шөғөлләнеүҙәре тураһында әйтеп кителә.

Боронғо карталарҙы өйрәнеү тарих төпкөлөнә күҙ һалырға мөмкинлек бирә. Ентекләп күрһәтелгән билдәле карталарҙың иң боронғоһо 1737 йылғыһында беҙҙең төбәктә Сязгулово (Һаҙҡул (Һаҙғол)) ауылы күрһәтелгән. Башҡорт ихтилалдарын аяуһыҙ баҫтырыу һөҙөмтәһендә  1735-1740 йылдар арауығында ауыл яндырылған булыуы мөмкин. 1744 йылғы һәм 1755 йылғы карталарҙа түбәндәгеләр билдәләнгән: Һаҙғол ауылы урынында - Тәүис ауылы, һәм унан Еҙем йылғаһы ағымы буйынса түбәнерәк - Апас ауылы.

Ауыл тарихын аңлау өсөн 1786 йылғы карта ҙур әһәмиәткә эйә. Ул Мағаш тауы эргәһендә Ибраһим тигән яңы ауылдың барлыҡҡа килеүе хаҡында һөйләй.  Картала Юлыҡ һәм Һабай ауылдары күрһәтелгән. 1774 йылғы карта менән сағыштырғанда, ошондай ҙур үҙгәрештәр һис шикһеҙ башҡорттарҙың Салауат Юлаев етәкселегендәге баш күтәреүселәр хәрәкәтенә бәйле. Апас менән Тәүистең нәҫелдәре хөкүмәттең хәрби хәрәкәттәр һәм язалау саралары барышында шул уҡ исемдәге емерелгән ауылдарҙан сығып китеүҙәре мөмкин һәм Ибраһим һәм Һабай тип аталған яңы торамаларға нигеҙ һалғандар.

Юлыҡ Апас ауылында йәшәгән булыуы ихтимал. Бәлки күрше ауылда. Сөнки Юлыҡ ауылы элгәре Ҡушыҡ тип аталыуы тураһында быуындан быуынға һөйләп тапшырылған мәғлүмәтте лә иҫәпкә алмау мөмкин түгел. Тик ул исемде раҫлаусы документтар әлегә табылманы. Хәрби хәрәкәттәр тамамланғандан һуң (1775 йыл), Юлыҡ һәм уның тура вариҫтары һәм туғандары тыуған усаҡҡа әйләнеп ҡайта һәм уға нигеҙ һалыусының исемен йөрөткән ауылды тергеҙә. Ауылдың исеме Юлыҡ исемле кеше исеменән килеп сығыуын Юлыҡов фамилиялары күп булыуы ла дәлилләй: 19-сы быуаттағы метрика кенәгәләрендә  Юлыҡов  фамилиялары йыш осрай. Риүәйәттәр, ололарҙың һөйләүҙәре буйынса ауылға исем береүсегә юлда тыуғаны өсөн Юлыҡбай (Юлыҡай) тип исем биргәндәр.

А. А. Камаловтың “Атайсал"  (Уфа: Китап, 2001 й.) исемле китабында  ауыл халҡының ниндәй ырыуҙан булыуын күрһәтә - былар Дыуан, Күрпәс һәм Кәлсер-табындар. Юлыҡ ауылы халҡының тамғаларын метрика кенәгәләре буйынса иғтибар менән ҡарау уларҙа ике ҙур төркөмгә бүлергә мөмкинлек бирә. Беренсеһендә  Юлҡайҙың ата-бабаларының төп тамғаһы   (балға - сүкеш, кувалда) булыуын раҫлай. «Балға» тамғаһы Юлҡай нәҫелендә генә түгел, хатта Юлҡай нәҫеле менән туғандаш булған күп кенә ауыл нәҫелдәре вәкилдәрендә лә күҙәтелә. Уларҙың тамғалары «балға» тамғалары төрҙәренән ғибәрәт, был берҙәм ғаилә-туғандаш төркөмгә ҡарағанлығын раҫлай. Юлыҡ ауылының фамилиялы нәҫелдәре - төп тамғаһын һәм уның варианттарын йөрөтөүселәр дөйөм ата-бабалары - Юлҡайҙың ҡарт олатаһына барып тоташа.  тамғаһын Р. Ғ. Кузеев ҡатай ҡәбиләһендә өҫтөнлөк итеүсе булараҡ билдәләй. Тимәк, беҙҙең төбәктә инйәр-ҡатай, ҡоҙғон-ҡатай ырыуҙары ла йәшәгән тип әйтергә мөмкин.

1798 йылда кантон идаралығы булдырылып 11 башҡорт һәм 5 мишәр кантоны ойошторола. Башҡорт, типтәр, мишәр халҡы хәрби ҡатламға күсерелә һәм хәрби-казак сословиеһынан Башҡорт-мишәр ғәскәре формалаша. Юлыҡ ауылы шул осорҙа Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе һигеҙенсе кантонының 4-се йортона ҡарай. Башҡорт атлылары 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм рус армияһының 1813-1814 йылдарҙағы сит ил походтарында әүҙем ҡатнаша, 1838 йылғы мәғлүмәттәр буйынса уларҙа 13 ауылдашыбыҙ ҡатнаша һәм иҫән-һау әйләнеп ҡайта (һәләк булғандарҙың һаны һәм исемдәре тураһында мәғлүмәттәр юҡ). Шуларҙың унауһы Парижды алыуҙа ҡатнаша.

Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәнгә тиклем улустарға сходтарҙа (йыйындарҙа) башҡорт аҡһөйәктәре вәкилдәре араһынан һайланып ҡуйылған старшиналар етәкселек иткән. 1798 йылда улус старшиналарын йорт старшиналары менән алмаштыралар. 1863-1865 йылдарҙа башҡорттар граждандар ҡатламына күскәс, улус үҙидараһы институты тергеҙелә. Улус старшинаһына ауыл йәмғиәттәре старосталары буйһонған. Кәлсер-Табын улусының беренсе старшинаһы итеп Юлыҡ ауылынан зауряд-хорунжий Ноғман Зөлҡәрнәев Әлибаев һайлана.

1917 йылғы революция һөҙөмтәһендә Рәсәйҙә Граждандар һуғышы башлана. Юлыҡтан Граждандар һуғышында аҡтар сафында ла, Блюхер отрядында ҡыҙылдар яғында ла, 1918 йылда Башҡорт Хөкүмәте тергеҙелгәс, Зәки Вәлиди етәкселегендә башҡорт ғәскәрҙәре сафында һуғышыусылар булһа ла, дөйөм алғанда, сыуалышта ҡатнашыусылар һаны сағыштырмаса аҙ була. Ауылдың үҙендә һуғыш хәрәкәттәре булмай тиерлек, тик ауыл аша йә ҡыҙылдар, йә аҡтар үтеп китә. Улар халыҡтан аҙыҡ-түлек, саналы йәки арбалы ат

Юлыҡ ауылы тураһында беренсе рәсми мәғлүмәт Ә. 3. Әсфәндиәровтың «Башҡортостан ауылдарының тарихы» китабында бирелә. Был китапта тәүге төпләнеүсе Юлыҡ тураһында документаль материалдар табылмауы, 1795 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Юлыҡ ауылында 60 өй булыуы, 334 кеше йәшәүе, халыҡтың ҡортсолоҡ, малсылыҡ менән шөғөлләнеүҙәре тураһында әйтеп кителә.

Боронғо карталарҙы өйрәнеү тарих төпкөлөнә күҙ һалырға мөмкинлек бирә. Ентекләп күрһәтелгән билдәле карталарҙың иң боронғоһо 1737 йылғыһында беҙҙең төбәктә Сязгулово (Һаҙҡул (Һаҙғол)) ауылы күрһәтелгән. Башҡорт ихтилалдарын аяуһыҙ баҫтырыу һөҙөмтәһендә  1735-1740 йылдар арауығында ауыл яндырылған булыуы мөмкин. 1744 йылғы һәм 1755 йылғы карталарҙа түбәндәгеләр билдәләнгән: Һаҙғол ауылы урынында - Тәүис ауылы, һәм унан Еҙем йылғаһы ағымы буйынса түбәнерәк - Апас ауылы.

Ауыл тарихын аңлау өсөн 1786 йылғы карта ҙур әһәмиәткә эйә. Ул Мағаш тауы эргәһендә Ибраһим тигән яңы ауылдың барлыҡҡа килеүе хаҡында һөйләй.  Картала Юлыҡ һәм Һабай ауылдары күрһәтелгән. 1774 йылғы карта менән сағыштырғанда, ошондай ҙур үҙгәрештәр һис шикһеҙ башҡорттарҙың Салауат Юлаев етәкселегендәге баш күтәреүселәр хәрәкәтенә бәйле. Апас менән Тәүистең нәҫелдәре хөкүмәттең хәрби хәрәкәттәр һәм язалау саралары барышында шул уҡ исемдәге емерелгән ауылдарҙан сығып китеүҙәре мөмкин һәм Ибраһим һәм Һабай тип аталған яңы торамаларға нигеҙ һалғандар.

Юлыҡ Апас ауылында йәшәгән булыуы ихтимал. Бәлки күрше ауылда. Сөнки Юлыҡ ауылы элгәре Ҡушыҡ тип аталыуы тураһында быуындан быуынға һөйләп тапшырылған мәғлүмәтте лә иҫәпкә алмау мөмкин түгел. Тик ул исемде раҫлаусы документтар әлегә табылманы. Хәрби хәрәкәттәр тамамланғандан һуң (1775 йыл), Юлыҡ һәм уның тура вариҫтары һәм туғандары тыуған усаҡҡа әйләнеп ҡайта һәм уға нигеҙ һалыусының исемен йөрөткән ауылды тергеҙә. Ауылдың исеме Юлыҡ исемле кеше исеменән килеп сығыуын Юлыҡов фамилиялары күп булыуы ла дәлилләй: 19-сы быуаттағы метрика кенәгәләрендә  Юлыҡов  фамилиялары йыш осрай. Риүәйәттәр, ололарҙың һөйләүҙәре буйынса ауылға исем береүсегә юлда тыуғаны өсөн Юлыҡбай (Юлыҡай) тип исем биргәндәр.

А. А. Камаловтың “Атайсал"  (Уфа: Китап, 2001 й.) исемле китабында  ауыл халҡының ниндәй ырыуҙан булыуын күрһәтә - былар Дыуан, Күрпәс һәм Кәлсер-табындар. Юлыҡ ауылы халҡының тамғаларын метрика кенәгәләре буйынса иғтибар менән ҡарау уларҙа ике ҙур төркөмгә бүлергә мөмкинлек бирә. Беренсеһендә  Юлҡайҙың ата-бабаларының төп тамғаһы   (балға - сүкеш, кувалда) булыуын раҫлай. «Балға» тамғаһы Юлҡай нәҫелендә генә түгел, хатта Юлҡай нәҫеле менән туғандаш булған күп кенә ауыл нәҫелдәре вәкилдәрендә лә күҙәтелә. Уларҙың тамғалары «балға» тамғалары төрҙәренән ғибәрәт, был берҙәм ғаилә-туғандаш төркөмгә ҡарағанлығын раҫлай. Юлыҡ ауылының фамилиялы нәҫелдәре - төп тамғаһын һәм уның варианттарын йөрөтөүселәр дөйөм ата-бабалары - Юлҡайҙың ҡарт олатаһына барып тоташа.  тамғаһын Р. Ғ. Кузеев ҡатай ҡәбиләһендә өҫтөнлөк итеүсе булараҡ билдәләй. Тимәк, беҙҙең төбәктә инйәр-ҡатай, ҡоҙғон-ҡатай ырыуҙары ла йәшәгән тип әйтергә мөмкин.

1798 йылда кантон идаралығы булдырылып 11 башҡорт һәм 5 мишәр кантоны ойошторола. Башҡорт, типтәр, мишәр халҡы хәрби ҡатламға күсерелә һәм хәрби-казак сословиеһынан Башҡорт-мишәр ғәскәре формалаша. Юлыҡ ауылы шул осорҙа Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе һигеҙенсе кантонының 4-се йортона ҡарай. Башҡорт атлылары 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм рус армияһының 1813-1814 йылдарҙағы сит ил походтарында әүҙем ҡатнаша, 1838 йылғы мәғлүмәттәр буйынса уларҙа 13 ауылдашыбыҙ ҡатнаша һәм иҫән-һау әйләнеп ҡайта (һәләк булғандарҙың һаны һәм исемдәре тураһында мәғлүмәттәр юҡ). Шуларҙың унауһы Парижды алыуҙа ҡатнаша.

Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәнгә тиклем улустарға сходтарҙа (йыйындарҙа) башҡорт аҡһөйәктәре вәкилдәре араһынан һайланып ҡуйылған старшиналар етәкселек иткән. 1798 йылда улус старшиналарын йорт старшиналары менән алмаштыралар. 1863-1865 йылдарҙа башҡорттар граждандар ҡатламына күскәс, улус үҙидараһы институты тергеҙелә. Улус старшинаһына ауыл йәмғиәттәре старосталары буйһонған. Кәлсер-Табын улусының беренсе старшинаһы итеп Юлыҡ ауылынан зауряд-хорунжий Ноғман Зөлҡәрнәев Әлибаев һайлана.

тар талап иткәндәр, мал-тыуарҙарын ҡыуып алып киткәндәр, йәш егеттәрҙе лә үҙҙәре менән алғандар. 1917 йылда Ваҡытлы Хөкүмәт үткәргән халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары буйынса Юлыҡта 179 хужалыҡта 951 кеше йәшәгән. 1920 йылдағы халыҡ һанын алыу 843 кеше йәшәгәнен күрһәтә. I донъя һәм граждандар һуғыштарында, 1921–1922 йылдарҙағы ҡаты аслыҡтан һуң ауылыбыҙҙа кеше һаны кәмей, шулай уҡ ҙур ғына матди юғалтыуҙар ҙа була. 

1922 йылдар аҙағына тормош бер ни тиклем арыулана. Йорт-ҡураларҙа мал һаны ишәйә, сәселгән иген майҙандары арта. Ил күләмендә яңғыҙаҡ хужалыҡтарҙы бөтөрөү һәм ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙең төп сараларын бергә ҡушып, коллектив хужалыҡтарға (колхоздарға) берләштереү башлана. 1929 йылда Юлыҡ ауылында ла ете кешенән торған тәүге күмәк хужалыҡ ойоша. 1931 йылда ныҡлап ойошҡан колхозға «Үҙәк» тигән исем бирелеп, уға 45 гектар ер бүленә. Тәүге колхоздың рәйесе итеп Шәйхислам Кәримов һайлана.  

Кулактар йәғни ауылдаштарҙың хәлле ҡатламы коллективлашыуға ҡаршы була. 1930 йылда большевиктар тарафынан «кулак» мөһөрө тағып, хәлле крәҫтиәнлекте бөтөрөү буйынса аяуһыҙ саралар ҡулланыла, уларҙы мөлкәт хәле буйынса эҙәрлекләү сәйәсәте башлана. Ауылдан 50-нән ашыу кеше хөкөм ителгән. Шул иҫәптән 3-әүһе атылған, ҡалғандары төрмәгә ултыртылған йәки һөргөнгә ебәрелгән. Юлыҡта «кулактар» исемлегенә заманына күрә етеш йәшәгәндәрҙән тыш, урта хәлле крәҫтиәндәр, уҡымышлы кешеләр һәм шулай уҡ урындағы ниндәйҙер ошаҡсыға ярай алмағандар ҙа эләккән. 

Бөйөк Ватан һуғышы башланыр алдынан колхоз өс ялансылыҡ һәм бер малсылыҡ бригадаһын берләштергән. Колхоз рәйесе булып Динислам Аҙнағолов эшләгән.  Һабай ауылы эргәһендәге һыу электр станцияһы 1937 йылда эшләй башлаған һәм яҡын тирәләге 17 ауылды электр энергияһы менән тәьмин иткән. 1962 йылда электр сымдары Павловка гидроэлектростанцияһы менән тоташтырыла.   

1941 йылдың 22 июнендә фашистик Германия илебеҙгә ҡаршы һуғыш башлай. Тыуған ауылыбыҙ Юлыҡтан һуғышҡа   213 кеше китеп, шуларҙың 125-е Еңеү хаҡына ҡорбан була. 88-е һуғыштан тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайта. 

Бөйөк Ватан һуғышынан һуң «Үҙәк» колхозы өс бригадаға бүленеп эшен дауам итә. 1958 йылда “Үҙәк” колхозы Ҡауарҙы, Һабай, Аҡташ ауылдарын берләштергән Фрунзе исемендәге колхоз менән ҡушылып, “Дружба” тип атала башлай. 1963 йылдарҙа колхоздың исеме «Мағаш» тип үҙгәртелә. 1990 йылдарҙа колхоз икегә бүленеп, ҡабат берләшеүе һәм баҙар иҡтисады шарттары “Мағаш” колхозының тарҡалыуына килтерә. Юлыҡ ауылы биләмәһендә бер нисә фермер хужалығы барлыҡҡа килә. Төрлө сәбәптәр арҡаһында ваҡ хужалыҡтар ҙа тарҡала. 

Еҙем йылғаһы аша күпер һалыныуы (1987 йыл) юлыҡтар өсөн көтөп алынған һәм мөһим төҙөлөштәрҙең береһе булды. Шулай уҡ 400 баш һыйыр малына иҫәпләнгән ферма комплексы, мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, магазиндар төҙөү ҙә шул осорға тура килде. 1996 йылда Юлыҡ мәктәбе уҡыусылары 2 ҡатлы типовой мәктәптә уҡый башланылар. 2004 йылда мәсет асыла. 2013 йылда ауылға газ, һыу үткәрелде. 

Юлыҡ ауылында мәсет эргәһендәге мәктәптә уҡырға, яҙырға һәм дин ҡанундарын өйрәтеү 18-сы быуаттың аҙаҡтарында  башланған. 1919-1920 уҡыу йылында Юлыҡ берҙәм хеҙмәт мәктәбенең башланғыс баҫҡысында 70 уҡыусы иҫәпләнгән. Ул осорҙа уҡытыу ғәрәп графикаһы нигеҙендә төҙөлгән алфавит буйынса алып барылған. 1929 йылдан уҡытыу латин алфавиты нигеҙендә алып барылһа, 1940 йылда рус графикаһына нигеҙләнгән алфавитҡа күселә. 1931 йылда Юлыҡта өс баҫҡыслы мәктәп дүрт йыллыҡҡа үҙгәртелә. 1947  йылда  мәктәп 7 йыллыҡҡа күсерелә,  ә 1959 йылдан инде мәктәп 8 йыллыҡ итеп үҙгәртелә. 1975-1976 уҡыу йылын юлыҡтар урта мәктәп булараҡ башлай. Ауылда балалар һаны кәмеү сәбәпле, 2015 йылда мәктәп дөйөм белеү биреү мәктәбенә (9 йыллыҡ) әйләндерелә. 







Историческая литература






























 

 
 

Copyright MyCorp © 2024Сделать бесплатный сайт с uCoz